-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2021, 17:38

ИНТЕРНЕТТА УҒРЫЛАР ҠОРҒАН АУҘАРҒА ЭЛӘГЕҮ АНҺАТ ИКӘНЕН ОНОТМАҒЫҘ

Интернет селтәрендә уғрылар мыжғып тора, шуға унда бик һаҡ, бик иғтибарлы булыу кәрәк. Дөрөҫ, өйҙә ултырып ҡына кредит, тауар алыу бик уңайлы, ләкин һәр реклама иғланына, һәр сайтҡа, һәр интернет-магазинға ышаныу дөрөҫ булмаҫ.

Мәләүез районы Һәйет ауылы кешеһе полиция бүлексәһенә килә. Ул полицияға бер сайтта онлайн-кредит алырға ғариза ҡалдырыуы, шунан уға берәүҙең шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип танытыуы һәм кредит документтарын рәсмиләштереү һылтауы менән уның 12 мең һум аҡсаһын урлауы тураһында һөйләп бирә. Аҡсаны был ир уғрының иҫәбенә онлайн-банк ҡушымтаһы аша күсергән.

Полиция РФ Енәйәт кодексының мутлашыу тураһындағы 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.

Дәүләкән районы полицияһына ла интернет-магазиндан алданған берәү килә. Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән был ир эхолотҡа заказ бирә. Почтала аҡса түләп, посылканы ала, ләкин посылкаға эхолот урынына ҡағыҙ тултырылған була.

Был ваҡиғалар хаҡында «Башинформ» яҙа, шулай уҡ тәүлек эсендә республика полицияһына бындай мутлашыуҙар тураһында 11 хәбәр бирелеүе тураһында белдерә.

Читайте нас: