-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2021, 14:55

БАШҠОРТОСТАН СПОРТСЫҺЫ ЕВРОПА БЕРЕНСЕЛЕГЕНДӘ АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАҒАН

Билдәле Башҡортостан спортсыһы Семён Елистратов шорт-трек буйынса Европа беренселегендә алтын яулаған. Был турала беҙгә социаль селтәрҙәр аша республика Башлығы Радий Хәбиров һөйөнсөләй.

Билдәле Башҡортостан спортсыһы Семён Елистратов шорт-трек буйынса Европа беренселегендә алтын яулаған. Был турала беҙгә социаль селтәрҙәр аша республика Башлығы Радий Хәбиров һөйөнсөләй.

Шорт-трек буйынса Европа беренселеге Гданьск ҡалаһында бара. 30 йәшлек Семён 1500 метрлы дистанцияны 2 минут 18 секундта үткән. Көмөш миҙалды – Рәсәй спортсыһы Денис Айрапетян, бронзаны Нидерландтан Шиньке Кнежт алған.

Радий Хәбиров Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Семён Елистратовтың еңеүе өсөн ғорурланыуын йәшермәй. Семён бер нисә йыл инде Рәсәй йыйылма командаһы лидеры булып йөрөй. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2014 йылда эстафетала Олимпиада чемпионы булды, күп һанлы донъя һәм Европа беренселектәрендә приздар, еңеүҙәр яулай. Спортсыны бәләкәйҙән тренер Андрей Максимов күнектерә.
Һүҙенең һуңында Радий Хәбиров үҙе – Өфөлә Шорт-трек үҙәге төҙөргә, ә Елистратов унда күнегергә һәм еңеүҙәр яуларға вәғәҙә биреүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Вәғәҙәләр үтәлә лә баһа!

Читайте нас в