+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 14:18

БАШҠОРТОСТАНДА COVID-19 МЕНӘН АУЫРЫУСЫЛАР ӨСӨН БҮЛЕНГӘН КОЙКАЛАР ҺАНЫ КӘМЕТЕЛӘ

Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавируслыларға бүленгән койкалар һанын кәметеү планлаштырыла. Был хаҡта 25 ғинуарҙа республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенә таянып, «Башинформ» хәбәр итә.Олег Яровиков («Башинформ») фотоһы.Дауамы:

Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавируслыларға бүленгән койкалар һанын кәметеү планлаштырыла. Был хаҡта 25 ғинуарҙа республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенә таянып, «Башинформ» хәбәр итә.

Әлеге ваҡытта Зубово госпиталендә – 193 , Стәрлетамаҡтағыла 72 ауырыу ята.

25 ғинуарҙан дауаханаларҙа асылған 450 койка әүәлге профиль файҙаланыуына ҡайтарыла. 15 февралгә уларҙың һаны 1000-гә етәсәк.

Өфөлә 29 ғинуарҙан БДМУ клиникаһы, 1 февралдән 10-сы ҡала клиник дауаханаһы, 14 февралдән Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы планлы профиль дауалауын башлай.

Ҡыйғы, Учалы, Баймаҡ үҙәк район дауахаларында – бөгөндән, ә 1 февралдән Иглин, Благовещен, Мәләүез үҙәк һәм Октябрьскийҙың 1-се дауаханаһында ҡәҙимге режимға күселә.

Әлеге ваҡытта республикала 6300 койка коронарируслы пациенттарҙы дауалауҙа ҡулланыла, уларҙың 68 проценты тулы.

Министр әйтеүенсә, Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп менән ауырыу осраҡтары 30 процентҡа кәмегән. Асыҡланған пневмониялар һаны былтырғы ошо ваҡыттағы кимәлгә ҡарата 150 процентҡа артыҡ.

Эксперттар республиканың ковид буйынса платоға сығыуын раҫлаған.

Олег Яровиков («Башинформ») фотоһы.

Читайте нас: