+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 13:56

ФЕРМЕР ХАРРАСОВТАРҒА «АГРОСТАРТАП» АҠСАҺЫ ЯРҘАМ ИТКӘН

Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Харрасова заманында һауынсы була, үҙенең малын да ҡарай, шуға тармаҡ эшен яҡшы белә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән «Агростартап» программаһы тураһында ишеткәс, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә. Был хаҡта, «Альшеевские вести» хәбәрсеһе Айгөл Мөхәмәтдинова мәҡәләһенә һылтанып, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгесе һөйләй.

Әлфиә ире Дамир менән кәңәшләшә, һәм Харрасовтар һөт бизнесына тотонорға була.

– Бизнес-планды район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегендә төҙөштөләр. Документтарҙы шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусы булараҡ тапшырҙым. Был ваҡытҡа беҙҙең 24 баш мал, шул иҫәптән 8 һыйыр бар ине. Биләмәбеҙ ҙур, ҡуртымда еребеҙ бар, ә иң мөһиме эшләргә һәм бының өсөн хаҡын алырға теләк кәрәк, – ти Әлфиә Миңләхмәт ҡыҙы.

Документтарҙы Әлфиә 2019 йылдың авгусында тапшыра һәм өс айҙан 2 миллион 700 мең һумлыҡ грант ала. Хужалығын крәҫтиән-фермер хужалығы итеп рәсмиләштерә. Симменталь тоҡомло 35 тана һатып ала.

Үткән йыл эсендә Харрасовтар мал һанын быҙау-башмаҡтары менән бергә 60 башҡа еткерә. Ҙур һарай һалалар, тағы 69 гектар ерҙе ҡуртымға алалар.

Фермерҙарға дүрт улдары менән бер ҡыҙҙары ла ярҙам итә.

– Һөттө Торонтайыш һөт йыйыусыларына тапшырам, улар беҙгә көн аша килеп тора. Һыйырҙарҙы үҙем һауам. Ике һауын аппараты алдым, – ти Әлфиә.

Белешмә өсөн.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ милли проекты» милли проекты буйынса 2019 йылда Башҡортостанда 2 411 кеше эшҡыуарлыҡҡа йәлеп ителгән. 115 эшҡыуарлыҡ субъекты барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың яңы эш асҡан 68 ауыл йүнселе 2020 йылда бөтәһе 211,5 миллион һумлыҡ «Агростартап» гранты алған.

Быйыл эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты буйынса башҡарыла. «Агростартап» программаһында бөтәһе 123,7 миллион һум аҡса грант итеп таратыласаҡ.

Читайте нас: