+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 14:30

ЙӘЙГЕ ЯЛ ӨСӨН РӘСӘЙҘӘГЕ ТОП-10 ИҪӘБЕНӘ МАУЫҘҘЫ ЭЛӘККӘН

TVIL.RU торлаҡ бронләү сервисы быйыл йәй рәсәйҙәрҙең ҡайҙарҙа ял итергә ниәтләүен асыҡлаған, Ҡырым менән Краснодар крайы был иҫәпкә индерелмәгән.Фото: abzak.ruДауамы:

TVIL.RU торлаҡ бронләү сервисы быйыл йәй рәсәйҙәрҙең ҡайҙарҙа ял итергә ниәтләүен асыҡлаған, Ҡырым менән Краснодар крайы был иҫәпкә индерелмәгән.

Топ-10 иҫәбенә Санкт-Петербург, Петрозаводск, Осташков, Кисловодск, Новосибирск, Ҡазан, Суздаль һәм Зеленоградск ҡалалары, шулай уҡ Башҡортостандағы Мауыҙҙы һәм Алтай крайындағы Манжерок шифаханалары эләккән. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.

Йәйге ял өсөн рәсәйҙәр өҫтөн күргән ун төбәк араһында беренсе урынды – Санкт-Петербург, икенсе урынды – Петрозаводск, өсөнсө урынды Мауыҙҙы биләй.

Фото: abzak.ru

Читайте нас: