+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 22:54

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫНДА ЯҢЫ ФАП АСЫЛДЫ

Йылайыр районының Сидоровка ауылында модулле фельдшерлыҡ-акушерлыҡ пункты асылды. Был ауылда 184 кеше йәшәй, күбеһе пенсия йәшендә. Быға тиклем улар 10 километрҙағы Матрай табиплыҡ амбулаторияһына, хатта унан да алыҫыраҡ ятҡан район үҙәгенә йөрөй ине.

Яңы ФАП бөтә заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә, кәрәкле ҡорамалдар һәм инструменттар менән тәьмин ителгән

«Яңы йылды яҡшы яңылыҡтан башланыҡ, — тине район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов. — Ҙур ауылмы ул, бәләкәйме, мөһим түгел, һәр береһе үҙенең медицина учреждениеһына мохтаж. Хәҙер һеҙҙең уңайлы шарттарҙа башланғыс медицина ярҙамын алыу мөмкинлеге бар. Пациенттарҙы «Земство фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы Ләлә Байғужина ҡабул итәсәк», — тип таныштырҙы ул ауыл халҡын яңы хеҙмәткәр менән.

Читайте нас: