Башҡортостанда судтар эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса конкурс башланды. Ижади бәйгелә район, ҡала, республика һәм федераль баҫмаларҙың журналистары, баҫма киң мәғлүмәт саралары, теле- һәм радиокомпаниялар, мәғлүмәт агентлыҡтары коллективтары һәм республика судтарының дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.
Конкурс номинациялары – «Иң яҡшы публикация»; «Иң яҡшы видеосюжет/радио материалы»; «Башҡортостан Республикаһының суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм профессиональ яҡтырҡан өсөн» (киң мәғлүмәт саралары коллективтары араһында), «Иң яҡшы суд матбуғат секретары/иң яҡшы суд матбуғат хеҙмәте». Суд аппаратының киң матбуғат саралары менән эш итеү өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәре өсөн айырым номинация бар.
Ярышта 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем Башҡортостандың ике дәүләт телендә баҫылып сыҡҡан материалдар ҡатнаша. Конкурсҡа ғаризаларҙы һәм тәҡдим ителгән материалдарҙы 450002, Өфө ҡалаһы, Матросов урамы, 1, 202-се кабинет ( «На конкурс СМИ» билдәһе менән) йә [email protected] адресына ебәрергә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-347-250-31-79.
Положениеһы бында: http://vs.bkr.sudrf.ru/