+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 15:33

ТАБИПТАРҒА СИРАТТАРҘЫ АВТОМАТТАР КӨЙЛӘЙ

«Һаулыҡ» милли проектының «Берҙәм дәүләт мәғлүмәт һаулыҡ һаҡлау системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цифрлы контур булдырыу» төбәк программаһы буйынса республиканың медицина ойошмалары электрон сират ойоштороу ҡорамалдары – терминалдар һәм дисплейҙар – алды.

Был ҡорамалдар һәм Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһының (РМИАС) махсуслаштырылған функционалы сираттарҙы көйләргә, пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Информаттар пациенттар өсөн бик уңайлы, регистратураның да эшен еңеләйтә.

Табипҡа doctor.bashkortostan.ru һәм Госуслуги порталдарында «К врачу» ҡушымтаһы аша, шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт–үҙәге аша – 13-01 һәм 88003471301 – яҙылырға була.

Читайте нас: