-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 19:36

ТӘБИҒӘТЕН ҺАҠЛАҒАНДЫҢ КИЛӘСӘГЕ БАР

Бөгөн мәғлүмәт сараларында төп тема булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға сығышы тора.

Бөгөн мәғлүмәт сараларында төп тема булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға сығышы тора. Үҙенең сығышында төбәк башлығы республика халҡына мәҙәни, тарихи, тәбиғи мираҫты һаҡлауға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошо йәһәттән республикала бик күп эшләнә. Шүлгәнташ мәмерәйһе эргәһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Торатау, Ҡуштау, Йөрәктауҙы үҙ эсенә алған геопарк республиканың иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Һуңғы фекер өйрәнеүҙәрҙә Башҡортостанда урынлашҡан Мауыҙҙы тәбиғәт ҡомартҡыһының Рәсәй халҡы ял итергә теләгән төп унау иҫәбенә инеүе билдәле булды. Башҡортостан тәбиғәтен һаҡсыл һәм отошо файҙаланғанда, киләсәктә унан файҙа күреп булыр әле.
Читайте нас: