Башҡортостандың Тажзәхмәт менән көрәш штабы ултырышында йүгәндәрҙе ныҡ ҡына бушатырға булғандар. 29 ғинуарҙан төнгө клубтар, ресторандар, барҙар эшләй башлай, туйҙар, тантаналар үткәреү рөхсәт ителә. Ә университеттар һәм институттар студенттарҙы ишектәрен шар асып көтөп тора – йәғни улар офлайн уҡыуға сығалар.
Башҡортостан Башлығының ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр тураһындағы указына тамаша һәм кино залдарының тулылығы нормалары буйынса ла үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер кинозалдарҙы – 75 процентҡа, урам концерттары майҙансыҡтарын 85 процентҡа тиклем тултырырға рөхсәт.
Әммә 65 йәштән өлкәндәргә өйҙә ултырыу, кеше араһына сыҡһалар, маска кейеп йөрөү режимы һаҡлана әле.