+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 13:21

БАТЫР ҺЫНЫ СОВЕТ МАЙҘАНЫНА ҠУЙЫЛАСАҠ

Кисә йыллыҡ Мөрәжәғәт менән сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең макетын күрһәтте.“Башинформ” фотолары.

Кисә йыллыҡ Мөрәжәғәт менән сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең макетын күрһәтте.

Һәйкәл проектына конкурста скульптор Салауат Щербаков менән архитектор Константин Донгузов эше еңгән. Радий Хәбиров был проектта легендар генерал-майор ғына түгел, ул етәкселек иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла һынландырылыуын билдәләне.

Һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанына ҡуйыласаҡ.

“Башинформ” фотолары.

Читайте нас: