+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 02:44

УҠЫУСЫЛАР КВАДРОКОПТЕР ОСОРОРҒА ӨЙРӘНӘ

Башҡортостанда ике күсмә технопарк эшләй башланы. Береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталды. 19 ғинуарҙан алып Талбазы ауылының 3-сө мәктәбендә «Башҡортостан Кванториумы» күсмә технопаркының ресурстарында дәрестәр бара.

Башҡортостанда ике күсмә технопарк эшләй башланы. Береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталды. 19 ғинуарҙан алып Талбазы ауылының 3-сө мәктәбендә «Башҡортостан Кванториумы» күсмә технопаркының ресурстарында дәрестәр бара.

Бер аҙна эсендә балалар 3Д-принтерҙа баҫыу өсөн 3Д-моделдәр эшләргә, Ардуино микроконтроллерында ҡоролмалар конструкцияларға һәм программалар эшләргә, Scratch тигән программа яҙыу телендә уйындар эшләргә өйрәнде, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре өсөн уйындар төҙөү нигеҙҙәре менән танышты, квадрокоптерҙы үҙ аллы осоуға программалаштырҙы, мәктәп буйлап виар-тур яһаны.

«Гео һәм Аэроинформатика» буйынса кәңәшсе-тәрбиәсе
Ирина Сәлмәнова үҙе лә ауыл мәктәбендә уҡыған. “Миңә балаларҙың яңы белемдәргә эйә булыуы мөһим, сөнки мин уҡыған ауыл мәктәбендә беҙҙең мөмкинлектәр булманы. Ауыл мәктәптәре уҡыусылары өсөн бик шәп мөмкинлек ул – мәктәп программаһы буйынса өйрәнә алмаған нәмәләргә өйрәнеү”, – ти Ирина.

Күсмә технопаркта бер нисә кәңәшсе-тәрбиәсе килгән. Һәр береһенең технологиялар өлкәһендә үҙ йүнәлеше бар.


«Башҡортостан Кванториумы» күсмә технопаркы ошо уҡыу йылы эсендә 5–11 кластарҙа уҡыған 2000 балаға яңы белемдәр бирәсәк. Уның Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Йылайыр райондарына барып сығыуы көтөлә.

Проект «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» тигән төбәк проекты сиктәрендә федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: