Иртәгә йәкшәмбе Навальный яҡлыларҙың рөхсәтһеҙ митинг үткәрергә йыйыныуы сәбәпле, бала-сағаны һәм йәш-елкенсәкте хата аҙымдан һаҡлау маҡсатында республика Дәүләт Йыйылышының бер депутаты студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы уҡыуҙан ҡыуыу менән “аҡылға ултыртырға” тәҡдим иткәйне, хатта закон проекты инициативаһы менән сығыш яһап өлгөргәйне. Был тәҡдим интернет селтәрендә тиҙ арала таралыу тапты, халыҡта төрлө фекерҙәр уятты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та үҙ фекерен белдерҙе. Был тәҡдим Башлыҡтың ныҡлы ҡәнәғәтһеҙлеген уятҡан. Ул ҡәтғи ҡаршы. Кешеләрҙе уй-фекерҙәре, инаныстары өсөн язаларға ярамай, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, властарға халыҡ менән яҡынданыраҡ эшләргә, хәлде аңлатырға, йәштәрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнергә, эштә хаталар ебәрелгән булһа, уларҙы таныуҙан тартынмаҫҡа кәрәк. Ә уҡыуҙан ҡыуыу менән ҡурҡытыу – иң примитив сара, ти ул.
“Башинформ” фотоһы.