+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2021, 17:08

ӨС ТАҒАН ТУРАҺЫНДАҒЫ ФИЛЬМ 4 МАРТТА КИҢ ПРОКАТҠА СЫҒА

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса төшөрөлгән фильм 4 мартта кинотеатрҙар экрандарына сыға, тип хәбәр итә «Башинформ». Ошо уңайҙан мәғлүмәт агентлығы фильмды төшөрөү нисек барғаны тураһында ла һөйләй.

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса төшөрөлгән фильм 4 мартта кинотеатрҙар экрандарына сыға, тип хәбәр итә «Башинформ». Ошо уңайҙан мәғлүмәт агентлығы фильмды төшөрөү нисек барғаны тураһында ла һөйләй.

Фильмды төшөрөүгә әҙерлек 2018 йылда башлана, 2019 йылға фильм әҙер була. Уны былтыр яҙ кинотеатрҙарға сығарырға йыйыналар, ләкин пандемия арҡаһында пландар үҙгәрә.

Айнур Асҡаров фильмдың продюсеры һәм режиссёры була. Айнурҙың командаһы иҫ киткес ҙур эш башҡарып сыға. Актерҙар һайлап алыу өсөн кастингта 500-ҙән ашыу баланы ҡарайҙар. Һөҙөмтәлә Руслан Ҡаҙаев (Айҙар), Илдар Бикҡолов (Ғабдулла), Ильяс Кинйәбулатов (Яҡуп), Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир) фильмда ҡатнашыу өсөн һайлап алына.

Фильм башлыса Ғафури районы Толпар ауылында һәм Стәрлетамаҡ эргәһендәге Йөрәктауҙа төшөрөлә. Фильмда Толпар ауылы кешеләре лә ҡатнаша.

Кинофильм башҡорт телендә төшөрөлгән, рус телле версияһы ла бар, ул «Отряд Таганок» тип атала. Рус телгә дубляжды «Мельница» студияһында (Санкт-Петербург) эшләгәндәр. Халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу өсөн рус һәм инглиз телдәрендәге субтитрлы варианттары ла сығарылған.

Тәүләп фильмды тамашасы 2019 йылдың көҙөндә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән тантаналарҙа күрҙе.

Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Өс таған», күп һанлы Рәсәй һәм халыҡ-ара кино фестивалдәрендә ҡатнашып, приздар һәм наградалар яулап өлгөрҙө.

«Алые паруса Артека» XXVIII халыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә уны «Иң аҡыллы фильм» тип танынылар.

«Литература и кино» XXVI кинофестивалендә (Рәсәй) Гран-приға лайыҡ булды, музыкаһы приз яуланы.

XIII халыҡ-ара кинофестивалдә (Чебоксар) операторҙар эшенә приз бирелде.

XV Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә (Ҡытай, Гуанджоу) иң яҡшы балалар фильмы тип танылды.

«Будем жить» IX кинофестивалендә (Мәскәү) «Иң яҡшы тулы метражлы фильм» номинацияһында икенсе урынды алды.

XXII Шукшин кинофестивалендә, XIX Халыҡ-ара кинофестивалдә (Бангладеш), XXV Sсhlingel Халыҡ-ара кинофестивалендә (Германия) наградалар яуланы.

Читайте нас: