+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 17:08

БАБИЧҠА АРНАЛҒАН ЯҢЫ КИТАП МЕНӘН ТАНЫШТЫРАСАҠТАР

Иртәгә, 2 февралдә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рауил Бикбаевтың «Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество» тигән китабы менән таныштырыу кисәһе була. Уны ZOOM платформаһында онлайнда ҡарарға була.

Сарала мәрхүм шағирҙың ҡатыны Фәриҙә Бикбаева, яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәт белгестәре Ғиниәтулла Ҡунафин, Зәки Әлибаев, Лариса Абдуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Нурлан Ғәниев, Зәлфиә Ханнанова ҡатнашыр тип көтөлә.

Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙе иҫән сағында уҡ был китабын әҙерләп, нәшриәткә тапшырған булған, әммә 2019 йылдың 23 апрелендә мәрхүм булып ҡалды һәм китаптың донъя күреү шаһиты була алманы.

Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев баһалауынса, китап Шәйехзада Бабич ижадына арналған иң күләмле әҙәби-нәфис әҫәр тип һанала. Әҙип Бабич ижадын 60-сы йылдарҙан, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа башлаған ваҡыттан, алып өйрәнгән.

Кисә 15 сәғәттә башлана. Ҡатнашыу өсөн үтенесте [email protected] электрон адресына ебәрергә була.

Читайте нас: