+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 17:22

БАШҠОРТОСТАН СИМФОНИК ОРКЕСТРЫ МӘСКӘҮҘӘ СЫҒЫШ ЯҺАНЫ

Үткән шәмбе Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Мәскәү филармонияһының Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Был концертты республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө Хөкүмәт ултырышында тарихи ваҡиға тип баһаланы һәм бик йылы фекерҙәр әйтлеүе тураһында хәбәр итте.

Үткән шәмбе Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Мәскәү филармонияһының Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Был концертты республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө Хөкүмәт ултырышында тарихи ваҡиға тип баһаланы һәм бик йылы фекерҙәр әйтелеүе тураһында хәбәр итте.

Баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге коллектив Мәскәү тамашасыһына үҙ башҡарыуында рус классик музыкаһы шедеврҙарын ишеттергән.

Радий Хәбиров БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Мәскәүҙә үтәсәк Башҡорт операһы һәм балеты көндәренә әҙерләнергә ҡушты. Сара былтырғы кеүек үк мартта үтер тип күҙаллана.

Читайте нас: