+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 16:53

МӘТӘЛЕЛӘ ӨС ИГЕҘ БЫҘАУ ТЫУҒАН

Дыуан районы Мәтәле ауылында йәшәгән Голосовтарҙың Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өстө быҙаулаған – ике орғасы, бер үгеҙ быҙау донъяға килгән. Был хаҡта, «Дуванский вестник» гәзитенә һылтанып, «Башинформ» яҙа.

Ветеринарҙар әйтеүенсә, өс игеҙ быҙау тыуыу – һирәк була торған хәл. Һәйбәт ҡаралған мал ғына иҫән-имен йөрөтөп таба ала икән ул тиклемде. Тимәк, ғаилә малын яҡшы тәрбиәләй.

Анастасия менән Иван Голосовтар Мәтәлегә бер нисә йыл элек ҡаланан күсеп килгән. Саф һауа, таҙа тәбиғәт ылыҡтырған уларҙы. Өс балалары бар, өлкәненә биш йәш. Хужалыҡтарында дүрт һыйыр аҫрайҙар. Үҙҙәренән артҡан һөттө урындағы кооперативҡа һаталар. Фермер хужалығы булып теркәлергә ниәттәре бар.

Читайте нас: