+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 16:30

ҠАҒЫҘ ЙЫЙЫУ АКЦИЯҺЫ БАРА

2 февралдә Башҡортостан дәүләт аграр университетында макулатура йыйыу акцияһы иғлан ителгән. Ул «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекты сиктәрендә үтә. Был федераль проектҡа ярашлы, 2024 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың кәм тигәндә 30 проценты ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрелергә тейеш.

2 февралдә Башҡортостан дәүләт аграр университетында макулатура йыйыу акцияһы иғлан ителгән. Ул «Экология» милли проектының
«Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекты сиктәрендә үтә. Был федераль проектҡа ярашлы, 2024 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың кәм тигәндә 30 проценты ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрелергә тейеш.

Акцияны тәбиғәтте файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетының «Йәшел ҡалҡан» экологик клубы башлап ебәргән, уға БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Рәсәйҙең йәшел вуздары» ассоциацияһы, «Йәшел Башҡортостан» экопроекты һәм «Рәсәй – минең тарихым» экспозициялар комплексы булышлыҡ итә.

Студенттар бер-береһен алып килгән ҡағыҙ күләме менән генә аптыратып ҡалмаған, тематик телевикторинала ла белемдәрен күрһәткән.

Йыйылған макулатура күләме буйынса I урынды – энергетика факультетының Э-101 төркөмө (213.9 кг); II урынды – механика факультетының ЭТК-101 төркөмө (84.5 кг); III урынды агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетының Г-201 төркөмө (77.2 кг) яулаған.

Еңеүселәргә профком ашханала бер нисә тапҡыр түләүһеҙ тамаҡ туйҙырыу өсөн сертификат бүләк иткән. Ә төп бүләк – ВДНХ-ЭКСПО-лағы «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа паркына билеттар. Бөтә ҡатнашыусыларға БДАУ-ҙың фирма футболкалары, кепкалары, блокноттары һәм көрөшкәләре тапшырылған.

БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, республикала макулатура йыйыу дауам итә. Ҡағыҙ тапшырыусыларҙы Өфөнөң 8 Март урамындағы 17-се йортта (аграр университеттың икенсе корпусы фойеһы) көтәләр.

Читайте нас: