Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана башҡорт халҡының һәм башҡорт еренең тарихы тураһында иң яҡшы 100 китапты асыҡлау маҡсатында китап уҡыусылар араһында һорашыу үткәрә.
Исемлеккә инергә лайыҡтарҙы китап уҡыусылар, тарихты, мәғарифты, әҙәбиәтте, тыуған яҡты өйрәнеү белгестәре, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары тәҡдим итә ала.
Төрлө авторҙарҙан (башҡорт һәм рус телле ижадсыларҙан алып сит телдәрҙә яҙған әҙәбиәтселәргә тиклем) башҡортса һәм русса әҫәрҙәр ҡарауға ҡабул ителә. Улар фәнни-популяр, публицистика, нәфис, нәфис-документаль әҫәрҙәр, поэзия (поэмалар, шиғырҙар), эпостар, риүәйәттәр булырға мөмкин – ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың тарихын, рухын танытырлыҡ һәр әҫәр ҡараласаҡ.
Тәҡдимдәр 2021 йылдың 15 февраленә тиклем ҡабул ителә, уларҙы китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең электрон адресына ебәрергә: [email protected] .
Акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арнала.