+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 13:32

БАШҠОРТОСТАНДА СҮПТЕ АЙЫРЫП ЙЫЙЫУҒА КҮСЕҮ БАРА

Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров йыл аҙағына сүпте айырып йыйыуға республика халҡының 70 проценты йәлеп ителәсәге хаҡында белдергән

Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров йыл аҙағына сүпте айырып йыйыуға республика халҡының 70 проценты йәлеп ителәсәге хаҡында белдергән.

Әле Башҡортостанда был ысул 30-лаған муниципалитетта ҡулланыла, халыҡтың 37 проценты йәлеп ителгән.

Ауыл ерендә ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙың дуаль системаһы, йәғни пластикты һәм башҡа төрлө сүпте айырып йыйыу, ҡулланылһа һәм селтәр сүп һауыттары ҡуйылһа, ҡалаларҙа ҡағыҙ, быяла, пластик һәм сортланмаған сүп өсөн төрлө төҫтәге айырым контейнерҙар ҡуйыласаҡ.

Күп ҡатлы йорттарҙа сүп үткәргестәрҙе бикләргә, ә яңы йорттарҙы бөтөнләй сүп үткәргесһеҙ төҙөргә тәҡдим ителә, шунһыҙ халыҡты яңылыҡҡа өйрәтеү ауыр буласаҡ, өҫтәүенә, бөтә ҡалдыҡтарҙы бер бакҡа түгеү антисанитария хасил итә, экологияға ла зыянлы, тигән Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров,

Ул 2024 йылға республиканың көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуға тулыһынса күсергә тейешлеген билдәләгән.

«Башинформ» фотоһы.
Читайте нас: