+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 13:12

БАШҠОРТОСТАНДА ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ФЕСТИВАЛЕ ҮТӘСӘК

Йылҡысылыҡ фестиваленең үҙәге итеп Баймаҡ ҡалаһы тәғәйенләнә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров кисә, 2 февралдә, «Ауыл сәғәте» кәңәшмәһендә белдерҙе һәм сара халыҡ кәсептәре, милли ризыҡтар менән бәйле буласаҡ, туризм элементтары ла булыр, тине. Кәңәшмә барышы тураһында «Башинформ» агентлығы яҙа.

Йылҡысылыҡ фестивале республика етештереүселәренең продукцияһын киңерәк танытыу, сауҙа селтәрҙәре, баҙар майҙансыҡтары менән бәйләнештәрен, төрлө тематик проекттарҙа ҡатнашыуын әүҙемләштереү өсөн үткәреләсәк сараларҙың береһе булып тора.

Башҡортостан етәксеһе республикала етештерелгәнде һатыу өсөн шулай уҡ интернет сауҙаһын үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Кәңәшмәлә, Черниковка менән Инорс биҫтәләре араһындағы 300 гектар майҙанда яңы производстволар, йәрминкәләр, аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәте объекттары урынлаштырыу мәсьәләһе лә ҡаралған. Радий Хәбиров был тәҡдимде «Инвестсәғәт»тәрҙең береһенә әҙерләргә һәм проектҡа федераль ярҙам алыу ихтималлығын өйрәнергә ҡушҡан.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән.

Читайте нас: