+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 14:40

ИРҘӘР НИМӘ ТУРАҺЫНДА ЙЫРЛАЙ?

Башҡортостанда ирҙәр вокал коллективтарының «Ирҙәр нимә тураһында йырлай?» II Республика асыҡ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итә.

Башҡортостанда ирҙәр вокал коллективтарының «Ирҙәр нимә тураһында йырлай?» II Республика асыҡ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итә.
Конкурста кәм тигәндә 13 кешелек хорҙар һәм 2–12 кешелек вокаль ансамблдәр ҡатнаша ала, тик улар малайҙарҙан, үҫмерҙәрҙән, өлкәндәрҙән, ғөмүмән, ир-аттан ғына торорға тейешле.
Вокаль әҫәрҙәрҙе йәнегеҙ теләгән манерала (академик, халыҡ, эстрада башҡарыу манераһы), РФ халыҡтары телдәрендә йырларға була.
Конкурста ҡатнашырға ниәт иткән коллективтарға төрлө характерлы ике йыр һайларға кәрәк. Бер патриотик һәм бер халыҡ йыры һайланһа, бигерәк яҡшы була. Бер йырҙың а-капелла башҡарылыуы тағы ла яҡшыраҡ.
Сығыштарҙың видеояҙмаларын [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурстың положениеһы ошонда.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: