+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 14:07

САЛАУАТ ТЕАТРЫ СПЕКТАКЛЕ РӘСӘЙ ФЕСТИВАЛЕНДӘ ҠАТНАШАСАҠ

Салауат башҡорт драма театрының Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бер, ике, өс...» спектакле Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестиваленең программаһына индерелгән.

Салауат башҡорт драма театрының Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бер, ике, өс...» спектакле Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестиваленең программаһына индерелгән.

Быйыл июнь башында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығы менән Яр Саллы ҡалаһында Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙарының йыл һайын үткәрелә килгән фестивале буласаҡ. Эксперт советы конкурс программаһына бөтәһе 16 коллективты һайлап алған.

«Бер, ике, өс...» спектакленең ҡуйыусы режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссамы– Зилиә Ҡансурина, яҡтылыҡ рәссамы – Илшат Сәйәхов, музыкаль биҙәүселәре — Илсур Ҡаҙаҡбаев, Риф Сәлишев.

Постановка «Туғанлыҡ» VII төрки телле театрҙар фестивалендә, «Ремесло» XI Бөтә Рәсәй фестивалендә һәм Артмиграция-2020 йәш режиссура фестивалендә ҡатнашҡан.

Читайте нас: