+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 13:51

«ЙӨРӘКТАУ» РИҮӘЙӘТЕ БУЙЫНСА БАЛЕТ ПРЕМЬЕРАҺЫ БУЛАСАҠ

18 һәм 19 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» тигән бер пәрҙәле балет күрһәтәсәк.

18 һәм 19 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» тигән бер пәрҙәле балет күрһәтәсәк.

Спектакль авторҙары Ринат Абушахманов һәм Николай Попов «Йөрәктау» тигән башҡорт риүәйәте мотивтарын ҡулланған. Әҫәр Ханбулат батыр менән гүзәлдәрҙән-гүзәл Айһылыуҙың мөхәббәте, уларҙы айырырға тырышҡан Типтеғол байҙың яуызлығы тураһында һөйләй.

Спектаклдең ҡуйыусы балетмейстеры – Ринат Абушахманов, ҡуйыусы рәссамы – Фәниә Низамова, яҡтылыҡ буйынса рәссамы – Сердар Чарыев, видеорәссамы – Эндрю Квинн (Италия/Австралия).

Ошо уҡ кистә тамашасы иғтибарына тағы бер ҡыҫҡа балет – бер пәрҙәле «Таштар ниндәй сер һаҡлай» балеты тәҡдим ителә. Уны ла композитор Николай Попов менән хореограф Ринат Абушахманов ижад иткән.

«Таштар ниндәй сер һаҡлай» балеты Башҡортостан ынйыһы булған Шүлгәнташ мәмерйәһен данлай. Балет авторҙары мәмерйәне сәнғәтте тыуҙырған изге урын итеп һүрәтләй, ә беренсе рәссам, улар версияһы буйынса, һылыу ҡыҙ булған. Ул киләсәк быуындарға бүләккә боронғо донъяның серле образдарын һынландырып ҡалдырған.

Читайте нас: