+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 12:38

БАЛ САУҘАҺЫ СИТ ИЛДӘРГӘ СЫҒА

Башҡортостандың «Медовз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте былтыр онлайн бизнес-миссияларҙа һәм «Сауҙа вәкиле менән сәғәт» видеоконференцияларында ҡатнашыуы арҡаһында 4,6 миллион һумдан ашыулыҡ экспорт килешеүҙәре төҙөгән. Был сараларҙы Башҡортостан Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты менән БР Экспортҡа булышлыҡ үҙәге үткәрә.

Экспортерҙарға ярҙам саралары «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

«Медовз» компанияһы Корея контрагенты Medovik LLC менән 3,2 миллион һумлыҡ контрактҡа ҡул ҡуйған һәм Японияның Sojitz Corporation компанияһы менән һөйләшеп килешеүгә өлгәшкән.

«Медовз» продукцияһын Мароккола ла һатып аласаҡтар, йәнә мартта Польшаға һынау партияһы оҙатыласаҡ.

Читайте нас: