-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 18:43

«ТУЛҠЫН» МАТУРЛАНА

Өфөлә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты сиктәрендә «Тулҡын» паркын яңыртыу бара. «Тулҡын» – Затон биҫтәһе халҡының яратҡан ял итеү урыны.

Өфөлә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проекты сиктәрендә «Тулҡын» паркын яңыртыу бара. «Тулҡын» – Затон биҫтәһе халҡының яратҡан ял итеү урыны.

Киң күләмле реконструкция 2018 йылда башланды. Ошо ваҡыт эсендә парк тамырҙан үҙгәрҙе. Бында өлкәндәр саф һауаға йөрөргә сыға, балалар уйнарға килә. Йәйәү йөрөй торған юлдар, велосипед юлдары, спорт майҙансығы, эскәмйәләр, Workout зонаһы, скейтпарк, балалар майҙансығы йыһазландырылған, хоккей уйнарға, конькиҙа йөрөргә була. «Автоҡаласыҡ»та юл ҡағиҙәләрен өйрәнергә мөмкин.

Былар һәммәһе реконструкцияның тәүге ике этабында үткәрелгән.
Әле «Тулҡын»да эштәрҙең өсөнсө этабы бара, ул күл тирәһен төҙөкләндереүҙән, яңы яһалма терраса һәм йәйәүлеләр өсөн күперҙәр, амфитеатр төҙөүҙән тора. Йылы көндәр башланғас, эшселәр төҙөкләндереүҙе тамамлаясаҡ.

Читайте нас: