+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 13:15

АЛАСАҒЫҢ ЮҠМЫ?

Төмән прокуратураһы түләнмәй ҡалған эш хаҡын ҡайтарып биреү маҡсатында бер фирманың элекке эшселәрен эҙләй. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә. 2016 йылдың майында «Барс» производство фирмаһы» ЯСЙ-һы банкрот тип таныла. Уның 200-ләп эшсеһенә 3 миллион һумдан ашыу эш хаҡы бурысы ҡала. Фирмала вахта ысулы менән Рәсәйҙең төрлө төбәге халҡы, шул иҫәптән Башҡортостан кешеләре лә эшләгән.

Төмән прокуратураһы түләнмәй ҡалған эш хаҡын ҡайтарып биреү маҡсатында бер фирманың элекке эшселәрен эҙләй. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.

2016 йылдың майында «Барс» производство фирмаһы» ЯСЙ-һы банкрот тип таныла. Уның 200-ләп эшсеһенә 3 миллион һумдан ашыу эш хаҡы бурысы ҡала. Фирмала вахта ысулы менән Рәсәйҙең төрлө төбәге халҡы, шул иҫәптән Башҡортостан кешеләре лә эшләгән.

2020 йылдың авгусынан алып киң мәғлүмәт саралары ярҙамында 97 эшсене тапҡандар һәм бөтәһе 1,3 миллион һум эш хаҡын ҡайтарғандар. Хәҙер тағы 130 кешене табып, 1,7 миллион һумды ҡайтарып бирәһеләре ҡалған.

Был фирманың элекке хеҙмәткәрҙәре эш хаҡы мәсьәләһе буйынса 8-912-925-70-35, 8-904-494-61-56 телефондарына йә Төмән өлкәһенең Үҙәк округы прокуратураһына 8 (3452) 58-21-98 мөрәжәғәт итә ала.

Читайте нас: