+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 13:03

БАШҠОРТОСТАНДА СПОРТ ТОРМОШО ҠАЙНАП ТОРА

Башҡортостан ошо көндәрҙә спорт ваҡиғаларына бай.Өфөнөң «Строитель» стадионында Ғабдрахман Ҡадиров мемориалы бара. Кисә, 6 февралдә, Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән Никита Богданов еңеүсе буды. Уның клубташы Никита Тарасов – икенсе, Тольяттиҙан Евгений Сайдуллин өсөнсө урынды алды. Бөгөн ярыш дауам итә.

Башҡортостан ошо көндәрҙә спорт ваҡиғаларына бай.

Өфөнөң «Строитель» стадионында Ғабдрахман Ҡадиров мемориалы бара. Кисә, 6 февралдә, Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән Никита Богданов еңеүсе буды. Уның клубташы Никита Тарасов – икенсе, Тольяттиҙан Евгений Сайдуллин өсөнсө урынды алды. Бөгөн ярыш дауам итә.

Әбйәлил районында сноуборд буйынса донъя чемпионатының VI этабы үтә. 17 илдән 100 көслө спортсы параллель дисциплиналарҙа көс һынаша. Ярыштың беренсе көнөндә спортсылар параллель слалом-гигант дисциплинаһында көс һынашты. Ирҙәр араһында тәүге ике урынды Рәсәй спортсылары Дмитрий Логинов менән Игорь Слуев алды, өсөнсө – итальян Мирко Феличетти.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге өс урынды Рамона Хофмайстер, Шайен Лох (икеһе лә Германиянан), Сабина Шеффманн (Австрия) яуланы. Татарстан өсөн сығыш яһаған Өфө ҡыҙы Милена Быкова – бишенсе урында.

Бөгөн спортсылар параллель слаломда ярыша.

Королев ҡалаһында юниор ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй беренселеге бара. Унда 64 кг ауырлыҡ үлсәмендә Октябрьский ҡалаһынан Азалия Әминева беренселекте алды.

Спорт ваҡиғалары хаҡында ентекле итеп «Башинформ» агентлығы һөйләй.

Фотоларҙа: 1. Азалия Әминева. 2. Сноубордсыларҙы наградлау. 3. Никита Богданов.

Читайте нас: