+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 13:43

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ХӘСТӘРЛЕК КҮРЕЛӘ

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре Ғафури районында «Таҙа шишмә» экологик акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре Ғафури районында «Таҙа шишмә» экологик акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Сара «Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғастары» төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә үткән һәм тәбиғәткә, айырым һаҡлана торған территорияларға иғтибарҙы йәлеп итеү, һыу объекттары хәлен яҡшыртыу, халыҡта экологик мәҙәнилелек тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған.

Бындай саралар «Һыу хужалығы комплексын үҫтереү үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы тарафынан Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы булышлығы менән «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Сара барышында министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре 1 километр самаһы оҙонлоғонда тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһен таҙартҡан. Ҡомартҡының уникаллеге шунда: уға сантон осоро өҫкө аҡбур ултырмаларының тулы геологик киҫеме хас. Ул, мөһим палеонтологик мәғлүмәт сығанағы булараҡ, ҙур ғилми, уҡыу һәм эталонлыҡ әһәмиәтенә эйә.

Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы белгестәре Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондарындағы айырым һаҡлана торған биләмәләрҙә даими мониторинг алып бара.

Читайте нас: