+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 13:10

ЙҮКӘЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ САРАЛАРЫ КҮРЕЛӘ

Башҡортостан йүкә урмандары майҙаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Рәсәйҙәге йүкәлектәрҙең (2,6 миллион гектар самаһы) яртыһы тиерлек беҙҙә йәйрәп ята. Башҡорт балының абруйы һәм даны йүкә урмандары менән ныҡ бәйле.Әммә һуңғы ваҡытта умартасылар, айырыуса Нуриман һәм Иглин районында, йүкә урмандарының ҡырылыуына зарлана. Йүкәне яңы ағас эшкәртеү предприятиелары сеймал итеп тотона.

Башҡортостан йүкә урмандары майҙаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Рәсәйҙәге йүкәлектәрҙең (2,6 миллион гектар самаһы) яртыһы тиерлек беҙҙә йәйрәп ята. Башҡорт балының абруйы һәм даны йүкә урмандары менән ныҡ бәйле.

Әммә һуңғы ваҡытта умартасылар, айырыуса Нуриман һәм Иглин районында, йүкә урмандарының ҡырылыуына зарлана. Йүкәне яңы ағас эшкәртеү предприятиелары сеймал итеп тотона.

Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, йүкәне эшкәртеүгә оҙатыу күләмдәрен ныҡлы кәметеү саралары күрелгән. Ҡарт һәм проблемалы йүкәләр генә ҡырҡыласаҡ. Шулай уҡ министрлыҡ менән берлектә умарталыҡтар тирәһендә йүкә урмандарын ҡырҡыу бөтөнләй тыйылған.

Министр республикалағы эре ағас эшкәртеүсе менән йүкә питомнигы асыу тураһында һөйләшеп килешелгән. Яҡын киләсәктә йыл һайын миллион төп йүкә үҫентеһе ултыртыу маҡсаты ҡуйылған. Йәш йүкәләр был ағастың тәбиғи таралыу төйәктәрендә – Нуриман, Иглин һәм Архангел райондарында ултыртыласаҡ.

Читайте нас: