+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 14:07

ҠЫШҠЫ УРМАНДА АҘАШҠАНДАР

Егет менән ҡыҙ Нуриман районында урманға саңғы шыуырға китә. Урманда аҙашыу бик анһат. Йәштәр ҙә ошондай хәүефле хәлгә тарый. Буран башлана. 6 февралдә егет менән ҡыҙ саҡлы-соҡло Система-112 телефонына шылтырата. Өшөп-туңып, кешеле урындарҙы эҙләрлек хәлдәре лә ҡалмаған була быларҙың.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тиҙ арала Павловка ауылындағы авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусыларын йәштәрҙе эҙләргә сығара.

Ҡотҡарыусылар йылдам эш итә һәм оҙаҡламай аҙашҡандарҙы таба, шунан үҙҙәренең автомобилдәренә ултыртып, йәштәр машинаһын ҡалдырған урынға илтеп ҡуя. Саңғысыларға медицина ярҙамы кәрәкмәгән.

Былар хаҡында ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Читайте нас: