Башҡортостанда африка чумаһы таралыуҙы иҫкәртеү өсөн ҡырағай сусҡаларҙы атып кәметергә ҡарар ителде. Был хайуандарҙың һаны 4 мең гектар майҙанға бер баштан артырға тейеш түгел. Ә сусҡасылыҡ хужалыҡтары тирәһендә 10 километр радиуста берәү ҙә ҡалмаһын.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостанда был сир һис осрамаһа ла, Рәсәй төбәктәрендә хәл көсөргәнешле, тине ул. 2021 йылдың бер айында һигеҙ субъектта 18 осраҡ теркәлгән. Күрше Татарстандың Әлмәт районында һунарсылыҡ хужалығында ҡабан түшкәһенә анализ үткәргәндә чума геномы табылған.
Ҡош киҙеүе лә юҡҡа сыҡмаған әле. Татарстан менән Силәбе өлкәһе хужалыҡтарында осрап тора. Шул сәбәптән Татарстандың Мөслим районында, мәҫәлән, 5 меңдән ашыу ҡаҙ, Зеленодольск районында 175 мең күркә юҡ ителгән.
Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарын уяу булырға, Россельхознадзор идаралығына Башҡортостанда тере мал менән ит продукцияһы хәрәкәтен ентекле тикшереү аҫтында тоторға саҡырҙы.
Шәхси хужалыҡтарҙа сусҡаларҙы ихатанан ситкә сығармаҫҡа кәңәш ителә.