+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 14:21

БАШҠОРТОСТАНДА БЕР АҘНАЛА 12 КЕШЕ ҺӘЛӘК БУЛҒАН

Башҡортостанда үткән аҙна эсендә төрлө сәбәптән 12 кеше һәләк булған. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

Башҡортостанда үткән аҙна эсендә төрлө сәбәптән 12 кеше һәләк булған. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

Фәрит Ғүмәров республикала бер аҙна эсендә ниндәй бәлә-ҡаза осраҡтары булғанын әйтте.

Шулай итеп, үткән аҙнала Башҡортостанда 97 янғын сыҡҡан. Уларҙа 6 кеше һәләк булған, 24 кеше ҡотҡарылған. Һәләк булғандарҙың 4-еһе тәмәкенән сыҡҡан янғында донъя менән хушлашҡан.

Һыу ятҡылыҡтарында берәү ҙә һәләк булманы, тине ведомство етәксеһе, ә бейектән ҡолау осрағы туғыҙ булды. Мәләүездә һәм Октябрьскийҙа берәр кеше бейектән йығылып төшөп һәләк булған.

1 февралдә Өфөлә «Спорт» тимер юл станцияһында электропоезд алдынан тимер юл аша сығып барған бер ир һәләк булған. 4 февралдә Краснокама районында ир менән ҡатын мунсаһында һөрөм газынан мәрхүм булған. 5 февралдә Өфөлә шәхси йорт ҡыйығынан төшкән ҡар 37 йәшлек бер ирҙе үлтергән.

Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырып 42,5 мең тапҡыр шылтыратҡандар, шуның 38 проценты ялған саҡырыу булған. Ялған саҡырыуҙар айырыуса Архангел районынан күп килгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телефон хулигандарын асыҡларға һәм яуапҡа тарттырырға ҡушты.

Читайте нас: