-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 13:22

БИТЛЕКТӘРҘӘН ҠАСАН ҠОТОЛОРБОҘ?

Вакцинация күләме үҫкән һайын, Ер шарында коллектив иммунитетҡа ҡарата мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Мәҫәлән, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тажлы зәхмәткә ҡаршы иммунитет яҡындағы алты ай эсендә барлыҡҡа киләсәк, тип фаразлай. Бының өсөн халыҡтың алтмыш процентының, йәки 70 миллионға яҡын кешенең, вакцина ҡабул итеүе кәрәк.

Министр белдереүенсә, вакцинаға айырыуса өлкән йәштәгеләр мохтаж. 55-60 йәштәгеләр араһында вакцина ҡабул итеү, коронавирус арҡаһында, хроник сирҙәрҙең өҙлөгөүенән һаҡланырға ярҙам итәсәк. Министр билдәләүенсә, вакцинациянан башҡа ҡотолоу юлы юҡ, тик уның ярҙамында ғына, ғәҙәттәге тормошҡа әйләнеп ҡайтырға мөмкин.
Читайте нас: