+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 13:08

СПУТНИК ДОНЪЯНЫ ЯУЛАЙ

Рәсәй ғалимдарының ҙур еңеүен сит илдәрҙәге коллегалары һоҡланып һәм көнләшеп күҙәтә. Был еңеүҙе күптәр алыҫ 1957 йылда йыһанға Ер юлдашын – спутникты осороу менән генә сағыштыра.Бөгөн вакцинаның хужаһы, Рәсәй Өҫтөнлөклө инвестициялар фонды, “Спутник V”-те етештереү һәм файҙаланыу буйынса, ун дүрт ил менән килешеү төҙөгән. Ошо аҙнала “Спутник V”-те ҡулланыусылар һанының күпмегә етеүен сайтыбыҙҙан уҡый алаһығыҙ.

СПУТНИК ДОНЪЯНЫ ЯУЛАЙ
Рәсәй ғалимдарының ҙур еңеүен сит илдәрҙәге коллегалары һоҡланып һәм көнләшеп күҙәтә. Был еңеүҙе күптәр алыҫ 1957 йылда йыһанға Ер юлдашын – спутникты осороу менән генә сағыштыра.
Бөгөн вакцинаның хужаһы, Рәсәй Өҫтөнлөклө инвестициялар фонды, “Спутник V”-те етештереү һәм файҙаланыу буйынса, ун дүрт ил менән килешеү төҙөгән. Ошо аҙнала “Спутник V”-те ҡулланыусылар һаны 25 илгә етәсәк.
Европа берлеге “Спутник V”-кә ҡаршы күпме генә көрәшмәһен, Венгрия табиптары уға ышаныс белдерҙе һәм “Спутник”тың тәүге өлгөләрен ҡуллана башланы. Австрия канцлеры Себастьян Курц барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе, камера алдында вакцинаны ҡабул итте.
“Спутник V”-тең файҙалылыҡ күрһәткесе 91 проценттан ашыу тәшкил итә. Уны һаҡлау өсөн артыҡ сығымдар талап ителмәй, етештереүҙе яйға һалыу ҙа сағыштырмаса тиҙ һәм арзанлы.
Читайте нас: