+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 17:16

АДВОКАТТЫҢ МАШИНАҺЫН КЕМ ЯНДЫРҒАН?

10 февралгә ҡаршы төндә Бессонов урамында билдәле адвокат Роман Петровтың урамда торған бик ҡиммәтле машинаһы янып китә. Audi Q5 автоһының хужаһы был ваҡытта икенсе ҡалала командировкала була. 4 миллион һумлыҡ автомобилде күптән түгел генә алған булған. Ваҡиға хаҡында хужа «Башинформ» агентлығына һөйләгән. Һүрәттә: «Башинформ»ға адвокат Петров ебәргән фотола – янған машина.Дауамы:

10 февралгә ҡаршы төндә Бессонов урамында билдәле адвокат Роман Петровтың урамда торған бик ҡиммәтле машинаһы янып китә. Audi Q5 автоһының хужаһы был ваҡытта икенсе ҡалала командировкала була. 4 миллион һумлыҡ автомобилде күптән түгел генә алған булған. Былар хаҡында хужа «Башинформ» агентлығына һөйләгән.

Роман Петров машинаны йорто алдына ҡуя ла үҙе эш буйынса сәфәргә сығып китә. 10 февраль төнөндә уға күршеһе шылтыратып, машинаһының янып ятыуы тураһында хәбәр итә. 00.00 сәғәттә Петровтың телефонында спутник сигнализацияһы ла тоҡана.

Күршеһенә капот аҫтында ниндәйҙер банка янған кеүек күренә. Ул йүгереп ҡасып китеп барған ярғаҡ кәүҙәле егетте лә шәйләй.

Бер сәғәттән Петровҡа икенсе күршеһе шылтырата. Ул да бер егеттең машинаның щеткалары аҫтына баллондан нимәлер һибеүен һәм, зажигалка алып, ут төртөп ҡасыуын күргән.

Адвокат автомобилгә ут төртөү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы, енәйәттә бер әҙәмдән шик күреүе тураһында һөйләй. Ул әҙәм менән авдокаттың ҡатыны араһында мөлкәт бәхәсе бара икән. Ул кеше ҡатынға бурыс ҡайтарырға тейеш, әммә башҡарыу производствоһы барышында бер нисә тапҡыр янаған, шул иҫәптән мөлкәткә зыян килтереү менән дә ҡурҡытҡан булған.

Роман Петров арбитраж судтарында һәм дөйөм юрисдикциялы судтарҙа граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай, шуға яҡланыусыларының оппоненттары тарафынан профессиональ эшмәкәрлеге өсөн үс алыу ихтималлығын да инҡар итмәй.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте, был осраҡ буйынса аңлатма биреп, ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм барыуы һәм 167-се статьяның 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылыуы тураһында хәбәр итә.

Ә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте янғын һүндерергә ике янғын һүндереү машинаһында ете кеше ебәрелеүе, Audi Q5 автомобиленең мотор бүлегендә 1 кв. метр майҙанда янғын булыуы, уның һөҙөмтәһендә машинаның мотор бүлеге, бамперы, ҡанаты зыян күреүе тураһында хәбәр итә.

Һүрәттә: «Башинформ»ға адвокат Петров ебәргән фотола – янған машина.

Читайте нас: