-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 13:16

ӨФӨЛӘ ҺӘМ САЛАУАТТА ОНКОЛОГИК ЯРҘАМ ҮҘӘКТӘРЕ АСЫЛДЫ

Республикала хәҙер амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре һаны 10-ға етте. Улар кәрәкле диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Үҙәктәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ингән онкология ауырыуҙары менән көрәш программаһы буйынса асыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат үҙәге. Һүрәттә: Өфөлә яңы амбулатор онкологик ярҙам үҙәге асыу тантанаһы.Дауамы:

Республикала хәҙер амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре һаны 10-ға етте. Улар кәрәкле диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Үҙәктәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ингән онкология ауырыуҙары менән көрәш программаһы буйынса асыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат үҙәге.

Өфөләге яңы үҙәк 32-се поликлиникала урынлашҡан. Үҙәктә онколог, проктолог, гастроэнтеролог, компьютер томографияһы һәм УЗИ кабинеттары бар. Поликлиникала 15 койкалыҡ көндөҙгө стационар эшләй, унда ауырыуҙар химия терапияһы һәм гормональ дауалау ала.

Салауаттағы онкоүҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусы бинаһында асылған. Бында ла бөтә төр кәрәкле аппараттар, УЗИ, рентгенограф, эндоскопик ҡорамалдар бар. Әле яңы компьютер томографы ҡуйыла, ул да "Онкология ауырыуҙары менән көрәш" федераль проекты буйынса алынған. Үҙәк көнөнә 50 пациентты ҡабул итә ала.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ингән саралар, "Демография" милли проектының "Өлкән быуын" һәм "Йәмәғәт һаулығын нығытыу" федераль проекттары рәсәйҙәрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыу һәм ғүмерен оҙайтыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты киләһе алты йылда эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр араһында үлем күрһәткесен кәметеү, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары арҡаһында үлеү осраҡтарын кәметеү планын ҡуйған.

Һүрәттә: Өфөлә яңы амбулатор онкологик ярҙам үҙәге асыу тантанаһы.

Читайте нас: