+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 21:26

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫНДА КВАНТОРИУМ КҮНЕКМӘЛӘРЕ ҮТТЕ

Архангел районы Тирәкле ауылында мобиль кванториум йүнәлештәре буйынса балаларҙы уҡытыу тамамланды. Уҡыусылар бик мауығып шөғөлләнде, командала эш итергә өйрәнде, яңы тәжрибә һәм белемдәргә эйә булды, юғары технологик ҡорамалдар ҡулланды. Дауамы:

Архангел районы Тирәкле ауылында мобиль кванториум йүнәлештәре буйынса балаларҙы уҡытыу тамамланды. Уҡыусылар бик мауығып шөғөлләнде, командала эш итергә өйрәнде, яңы тәжрибә һәм белемдәргә эйә булды, юғары технологик ҡорамалдар ҡулланды.

Сәнәғәт дизайны һәм робот техникаһы дәрестәрендә скетчтар һәм макеттар нигеҙендә Corel Draw һәм Tinkercad программаларында смартфон ҡуйғыстарҙың 3Д-моделдәрен яһанылар, шунан лазер менән гравировкалау станогында фанерҙан үҙ изделиеларының деталдәрен ҡырҡтылар һәм 3Д-принтерҙа баҫып сығарҙылар.

АЭРО/ГЕО йүнәлешендәге дәрестәрҙә уҡыусылар беренсе көндән үк проектлау эшмәкәрлегенә сумды, дронды төрлө бурыстар үтәргә программалап өйрәнде.

Йәш инженерҙар проекттарын башҡалар алдында яҡланы һәм шулай итеп күмәк кеше алдында сығыш яһау күнекмәләре лә алды.

Былар хаҡында Республика белем биреү балалар технопаркы директоры Оксана Семенова һөйләне.

15 февралдән 26-һына тиклем мобиль технопарк Балтас районында эшләйәсәк.

«Башҡортостан кванториумы» мобиль технопарктары эшмәрәклеген 2020 йылда "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә башлағайны.

Читайте нас: