МАТБУҒАТ ЙОРТОНДАҒЫЛАРҒА – ИКЕ ГРАН-ПРИ!
Татарстандың “Иҙел-йорт” төбәк-ара халыҡ театрҙары коллективтарының XX юбилей бәйгеһендә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Салауат ӘБҮЗӘРҙең “Ғазаплы ғүмер” исемле пьесаһы буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфиә Латипованың Стәрлебаш халыҡ театрында ҡуйған спектакленең Рәсәй төбәктәре коллективтары араһында Гран-при алыуы тураһындағы хәбәр таралып, әҙип ҡотлауҙарын ҡабул итеп тә өлгөрмәне, Ҡаҙандан тағы бер ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланында” хикәйәһе буйынса Рәлиф Кинйәбаев яҙған “Ер менән күк араһында” исемле инсценировка Аҡтаныш районының Киров ҡасабаһы халыҡ театры коллективы Татарстан коллективтары араһында Гран-приға лайыҡ булған! Төбәк мәҙәниәт министрлығы Гран-при хужаларын 500 мең һумлыҡ сертификат менән баһалаған.
Татарстан теартрҙарында Башҡортостан драматургтарының әҫәрҙәре ҙур уңыш менән бара. Мәҫәлән, Салауат Әбүзәрҙең әҫәрҙәре К. Тинчурин исемендәге Татарстан дәүләт драма театрында ҙур уңыш менән барһа, Рәлиф Кинйәбаевтың әҫәрҙәре Әлмәт, Миңзәдә дәүләт драма театрҙарында ҡуйылды, ә “Гүргә инер сер” мелодрамаһы бер нисә йыл элек әлеге Киров халыҡ театры тарафынан Гран-при яуланы һәм әле лә сәхнәнән төшмәй.