Күптән түгел «Коммерсантъ-Уфа» гәзите матбуғат иртәнге ашына Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинды, Республика онкология диспансеры баш табибы Әҙел Измайловты, Башҡортостандың штаттан тыш баш онкологы Рөстәм Әйүповты һәм «МедИнвестГрупп» компанияһының проекттар етәксеһе Андрей Лукьяновты саҡырҙы.
Ҡунаҡтар Башҡортостанда онкология тармағының 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, пландар менән уртаҡлашты.
Максим Забелин иң элек хирургия бүлексәһенең яңы һигеҙ ҡатлы корпусы асылыуын телгә алды. Был бинаның аҫҡы өс ҡатында поликлиника урынлашҡан, ул сменаһына 450 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Әҙел Измайлов диспансерҙың тулы ҡиммәтле эшен тәьмин итеү өсөн тағы 24 мең квадрат метр кәрәклеген белдерҙе. Диспансерҙа көн һайын 1150 хеҙмәткәр эшкә сыға, көн һайын туғандары менән бергә 700-ләп пациент килә, тине ул. Биналар үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән һәм иҫкергән, әлбиттә. Персонал өсөн йүнле ашхана юҡ, ә буфет бик бәләкәй.
Сарала ҡатнашыусылар яңылыҡтар, яңы ҡорамалдар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Юғары технологиялы ҡорамалдар алынған, радиология бүлексәһен яңы аппаратура менән йыһазландырыу тамамланған. Артабан Стәрлетамаҡ нур терапияһы бүлексәһен яңыртасаҡтар. Ауырыуҙарҙың Өфөгә килмәйенсә йәшәгән урынында химия терапияһы алыу мөмкинлеге ҙур ҡаҙаныш булып тора.
Телемедицина технологиялары киң таралыу таба. Әҙел Измайлов әле ай һайын 4000 телеконсультация үткәрелеүен әйтте.
Киләһе йыл республикала онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш программаһы буйынса тармаҡты финанслау ике тапҡырға ҡыҫҡартыласаҡ икән. Эш шунда, тине министр, былтыр милли проект буйынса республика 1 миллиард һум алғайны, быйылға 450 миллион һум һалынды, сөнки тармаҡты үҫтереү буйынса төп сығымдар былтырға тура килде: ҡиммәтле ҡорамалдар алынды, яңы корпус төҙөлдө.
Ә яман шешле ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе финанслау былтырғы кимәлдә ҡалған – 2 миллиард һум бүленгән.
Штаттан тыш баш онколог Рөстәм Әйүпов Башҡортостанда яман шештән вафат булыусылар һаны кәмей барыуын белдерҙе. Был заманса диагностикалау арҡаһында ауырыуҙы башланғыс стадияларҙа, метастазалар таралмаҫ элек табыу мөмкинлеге артыуына бәйле, тине ул. Башҡортостанда онкология хеҙмәтенең кимәле бик юғары булыуын билдәләп, Әйүпов хәҙер яңы технологиялар ярҙамында ауырыуҙың һуңғы стадияларында булған һәм перспективаһыҙ тип һаналған пациенттарҙы ла дауалау дауам иттерелеүе һәм шулай итеп йәшәү мөҙҙәтен оҙайтыу хаҡында һөйләне.