+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 15:03

БЭҮ БЕҘҘЕҢ ХАҠТА БӨТӘ МӘҒЛҮМӘТТЕ ТУПЛАЙ ҺӘМ ҺАҠЛАЙ

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров менән БР дәүләт идаралығын цифрлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин Республика бирелмәләрҙе эшкәртеү үҙәгенә (БЭҮ) барҙы. Дауамы:

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров менән БР дәүләт идаралығын цифрлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин Республика бирелмәләрҙе эшкәртеү үҙәгенә (БЭҮ) барҙы.
Был үҙәктә әле 160-тан ашыу мәғлүмәт системаһы урынлашҡан. БЭҮ бөтә дәүләт инфраструктураһының операторы булып тора. Ә был инфраструктураға 93-ләп башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органы, 70-тән ашыу МФЦ офисы, 80-дән ашыу мировой судья участкаһы, 60-тан ашыу милеккә идара итеү комитеты инә.
Республика бирелмәләрҙе эшкәртеү үҙәгендә булғанда Андрей Назаров БЭҮ-ҙе Башҡортостандың цифрлы йөрәге тип атаны. Бында һаулыҡ һаҡлау системаһынан башлап, Госуслуги порталына тиклем булған бөтә мәғлүмәт туплана һәм һаҡлана. Мәғлүмәтте бөтә тармаҡтар ҡуллана. Мәҫәлән, видеокүҙәтеү камераһынан йыйылған бирелмәләр ЮХХДИ-ға юл хәрәкәтендә ғәйеплеләрҙе эҙләүҙә ярҙамлаша.
Премьер-министр шулай уҡ бирелмәләрҙе эшкәртеүҙең резерв үҙәге төҙөләсәге тураһында ла белдерҙе. Уны әле һалынып ятҡан Төбәккә идара итеү үҙәгендә урынлаштырыу планлаштырыла.
Читайте нас: