+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 20:34

УТТА ИКЕ БАЛА ҺӘЛӘК БУЛҒАН

Бөгөн Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында Ленин урамындағы бер йортта көпә-көндөҙ ике бәләкәй малай янып һәләп була. Өсөнсөһөн әсәһе алып сығып өлгөрә.Дауамы:

Бөгөн Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында Ленин урамындағы бер йортта көпә-көндөҙ ике бәләкәй малай янып һәләп була. Өсөнсөһөн әсәһе алып сығып өлгөрә.

Был хаҡта «Башинформ» ентеклерәк яҙа. Агентлыҡтың хәбәрсеһе ғаиләнең күршеһе менән һөйләшкән.

Балаларҙың олатаһы өй алдына тәмәке тартырға сыҡҡан, бер ыңғайҙан ихатала ҡар көрәп алырға булған. Башын күтәреп ҡараһа, өйҙөң ҙур яғында тәҙрәләге тюль янғанын күреп ҡалған. Балалар, уларҙың әсәһе, өләсәһе өйҙә була: балалар әсәй менән бер бүлмәлә, өләсәй – икенсе бүлмәлә. Бүлмә ишектәре ябыҡ була, шуға өйҙөң янып ятҡанын ҡапыл да шәйләмәгәндәр. Өләсәй ялан аяҡ йүгереп килеп сыға. Олатай менән икәүләп ҡысҡырыша башлағас, әсә кеше лә ни булғанын төшөнә һәм балаларын әйҙүкләп, тиҙерәк тышҡа алып сығырға тырыша. Тик ике бәләкәй малай ысҡынып, кире ҡаса. Әсә ҙурын алып сыға ла кире инергә итә. Ләкин өй эсенә төтөн тулған, үтерлек түгел. Күрше Юрий килеп етә, битенә еүеш сепрәк ябып, шыуышып инеп китә, тик балаларҙы тапмай сыға.

Малайҙарҙы һуңыраҡ табалар. Береһенең (2015 йылғы) тәне бешмәгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төтөндән ағыуланған балаға реанимация саралары ярҙам итә алмай. Иң бәләкәсе (2016 йылғы) бешеп үлгән.

Күршеләр ғаиләгә ыңғай баһа биргән.

Тәфтиш комитеты полиция һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә тикшереү үткәрә, янғын сәбәптәрен асыҡлай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фотолар: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығы сайтынан.

Читайте нас: