+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 12:45

ТАЖЛЫ ЗӘХМӘТ. ЙОҒОШЛО СИРҘЕҢ ЭҘЕНӘ ТӨШКӘНДӘРМЕ?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре бына ике аҙнанан ашыу Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында Covid-19 йоғошло сиренең тәүге эҙҙәрен табырға тырыша. Ҡытайҙың иң ябыҡ һәм йәшертен илдәрҙең береһе булыуын иҫәпкә алһаҡ, сирҙең тәү сығанаҡтарын эҙләүсе белгестәргә һис тә еңелдән түгел.

ТАЖЛЫ ЗӘХМӘТ. ЙОҒОШЛО СИРҘЕҢ ЭҘЕНӘ ТӨШКӘНДӘРМЕ?
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре бына ике аҙнанан ашыу Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында Covid-19 йоғошло сиренең тәүге эҙҙәрен табырға тырыша. Ҡытайҙың иң ябыҡ һәм йәшертен илдәрҙең береһе булыуын иҫәпкә алһаҡ, сирҙең тәү сығанаҡтарын эҙләүсе белгестәргә һис тә еңелдән түгел. Етмәһә, урындағы закондар теләгән бер кешенең һаулығына ҡағылышлы, мәғлүмәтте сит-яттарға таратыуҙы һәм уның менән танышыуҙы тыя. Ухань ҡалаһының диңгеҙ порты икәнлеген барыбыҙ ҙа белә. Бында йөҙҙәрсә урындан төрлө аҙыҡ-түлек килә, эшкәртелә һәм меңдәрсә урынға тарала. Беҙҙәгенән айырмалы, Ҡытай халҡының туҡланыу рәүешен төрлө ҡырағай йәнлектәрҙең, хатта йыртҡыс хайуандарҙың ите лә тәшкил итә.
Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре ниндәй һығымта яһаған һуң? Уларҙың фекеренсә, йоғошло сирҙең сығанағы һәм таратыусыһы ярғанаттар булыуы бик ихтимал. Ярғанаттар урындағы йыртҡыс хайуандарҙы үрсетеүсе һәм һимертеүсе ауыл хужалығы предприятиеларындағы (беҙҙеңсә әйтһәк, фермаларҙағы) бурһыҡтар, енотҡа оҡшаған эттәр һәм башҡаларҙың туҡланыу рационына ингән. Быға тиклем дә Ухань ҡалаһында йоғошло сирҙең штамдары таралған булған. Улар 2019 йылдың аҙағында мутацияланған, йәки ҡушылған һәм әле беҙҙе йонсотҡан йоғошло сир барлыҡҡа килгән.
Сирҙең сығанағын асыҡлау ғына унан ҡотолоуҙы аңлатмай. Рәсәйҙә йоғошло сирҙән һаҡланыу саралары йомшартылһа ла, әле билектәрҙе һалырға һәм бирсәткәләрҙән ҡотолорға иртәрәк. Һаҡланыу сараларын теүәл үтәгеҙ һәм яҡындарығыҙға ла әйтегеҙ.
Читайте нас: