+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 23:47

СПОРТСЫНЫ БӘЛӘКӘЙҘӘН ТӘРБИӘЛӘ...

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда спортты үҫтереүҙе хәстәрләгән ваҡиғалар булды.Береһе футболға ҡағыла. Рәсәй Спорт министрлығы, Рәсәй Футбол союзы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Футбол федерацияһы араһында футбол буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда спортты үҫтереүҙе хәстәрләгән ваҡиғалар булды.

Береһе футболға ҡағыла. Рәсәй Спорт министрлығы, Рәсәй Футбол союзы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Футбол федерацияһы араһында футбол буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ҙур пландар ҡорола был йүнәлештә. Өфөлә кәм тигәндә 1500 урынлыҡ ябыҡ стадион төҙөләсәк. Республикала алты тулы үлсәмле һәм биш бәләкәй футбол майҙаны барлыҡҡа киләсәк. Республикала тренерҙар һәм судьялар әҙерләү, физкультура уҡытыусыларын өҫтәмә уҡытыу планлаштырыла. Уҡыусылар һәм Студенттар футбол лигалары ойоштороласаҡ. Был саралар балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе футболға йәлеп итеүгә, өмөтлө йәштәрҙән профессионалдар әҙерләүгә юл асасаҡ.

Бөгөн республикаға Спорт гимнастикаһы федерацияһы вице-президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионкаһы Светлана Хоркина килде. Ул Өфөнөң Аврора урамында төҙөлөп ятҡан Спорт гимнастикаһы үҙәгендә булды һәм төҙөлөштө алып барыусылар менән объекттағы гимнастика спорты өсөн мөһим булған деталдәр тураһында фекер алышты. Һуңынан төҙәтеп, үҙгәртеп хитланмаҫ өсөн был деталдәр төҙөлөш барған саҡта уҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Светлана Васильевна кәңәштәрен һәм тәҡдимдәрен әйтте.
Гимнастика үҙәгендә балалар дүрт йәштән алып шөғөлләнәсәк. Үҙәктә ике гимнастика залы һәм хореография залы буласаҡ. Спортсылар өсөн ҡунаҡхана бүлмәләре лә төҙөлә.
Объектты быйыл 1 ноябргә файҙаланыуға тапшырыу күҙҙә тотола.

Читайте нас: