+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 11:44

ГЕНЕРАЛ КИЗЛЫК 153 МИЛЛИОН ҺУМДЫ ҺЕҢДЕРГӘН

Рәсәйҙә коррупция менән көрәш, ниһайәт, армия, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм башҡа федераль структураларҙа эшләүселәр даирәһенә лә килеп етте. Әҙәм аптырар, Федераль таможня хеҙмәтендә Рәсәйгә ингән һым сыҡҡан тауарҙарға тамға һуғып ултырған өсөн алтын-көмөшкә күмелеп йәшәгәндәр. Мәҫәлән, таможня хеҙмәте генерал-лейтенанты Александр Кизлык законһыҙ аҡса эшләү юлы менән байыған һәм, суд ҡарарына ярашлы, 153 миллион һумлыҡ мөлкәте дәүләт файҙаһына тартып алынған. Аҡсалата-алтынлата, өйләтә-машиналата миллиондар иҫәбендә 32 миллион һумлыҡ сәғәттәр һәм ручкалар коллекцияһы ла бар.

Бәлки, генерал ас йәшәгәндер, ҡатыны эшләмәгәндер, шуға урлашырға мәжбүр булғандыр, тип аңлаусылар булыуы ихтимал. Юҡ, генерал ас йәшәмәгән. Дөрөҫ, ҡатыны бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Александр Кизлыҡ Федераль таможня хеҙмәтендә идаралыҡ етәксеһе булған. 2001 йылдан 2018 йылға тиклем рәсми килеме 34 миллион һум тәшкил иткән.

Был эш шау-шыу тыуҙырған, хатта мөлкәтен һатыусылар, эҙ яҙлыҡтырыусылар күбәйгән.

Читайте нас: