-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 12:29

МИЛЛИАРДТЫ НИСЕК ЯҺАРҒА?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы былтырғы октябрҙән быйылғы апрелгә күсерелгәйне. Ил ҙур, үҙгәрештәр күп. Кешеләр тыуа, бер өлөшө үлә торғас, быйылғы апрелдән көҙгө сентябргә күсерҙеләр. Ләкин күсереү шауҡымы бының менән генә бөтмәҫ, киләһе йылға күсмәгәйе, тип фараз ҡылыусылар ҙа бар. Шундай шикте белдерергә етди нигеҙҙәр төҫмөрләнә. Мәҫәлән, күрше республикала йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ үҙҙәрен миллиард татар итеп күрергә теләй. Ләкин татарса һанаһаң да, русса шутлаһаң да, башҡортса иҫәпләһәң дә, сыҡмай. Ләкин бөгөн төндә урғылған Везувий вулканы һымаҡ өр-яңы миллиардтың тарихын яҙыу көнө-төнө бара һәм яҙылып бөтмәй. Фото: https://www.culture.ru/events/214863/mezhdunarodnyi-festival-tatarskogo-folklora#materials Дауамы:

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы былтырғы октябрҙән быйылғы апрелгә күсерелгәйне. Ил ҙур, үҙгәрештәр күп. Кешеләр тыуа, бер өлөшө үлә торғас, быйылғы апрелдән көҙгө сентябргә күсерҙеләр. Ләкин күсереү шауҡымы бының менән генә бөтмәҫ, киләһе йылға күсмәгәйе, тип фараз ҡылыусылар ҙа бар. Шундай шикте белдерергә етди нигеҙҙәр төҫмөрләнә. Мәҫәлән, күрше республикала йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ үҙҙәрен миллиард татар итеп күрергә теләй. Ләкин татарса һанаһаң да, русса шутлаһаң да, башҡортса иҫәпләһәң дә, сыҡмай. Ләкин бөгөн төндә урғылған Везувий вулканы һымаҡ өр-яңы миллиардтың тарихын яҙыу көнө-төнө бара һәм яҙылып бөтмәй.

Ғөмүмән, күрше ҡәрҙәштәр алдында әҙәм ышанмаҫлыҡ, хатта үҙҙәре лә шик белдерерлек бик етди бурыс тора: бар донъя тарихын татар тарихы итеп иғлан итергә һәм уларҙың һанын миллиардҡа еткерергә. Ләкин 5 миллионлап татарҙы нисек кенә һанама, йәки арҡыры-буй, уңға-һулға, хатта башты айырым, ҡул-аяҡтарҙы айырым һанаһаң да, бер нисек тә миллиард сығарып булмай.

Хатта үҙҙәренең араһында “сама беләйек”, “кеше көлдөрмәйек”, “ҡытай менән һиндтәрҙе асыуландырмайыҡ”, “мөмкин булмағанға көсәнмәйек” тип һыңғырлаусылар ҙа бар. Үткән аҙнала ошо миллиард сәйәси эстрада юҫығына күтәрелде. Миллиардтың бөгөн иң популяр ҡорбаны – татар һәм башҡорт эстрадаһын ғына түгел, ғөмүмән, татар һәм башҡорт донъяһын бәйләп торған эстрада йондоҙо Элвин Грейҙы Рәсәйҙәге быйылғы концерт программаһын үҙгәртергә мәжбүр итте. Быйыл Татарстан халҡы үҙҙәренең иң сағыу йондоҙо Элвин Грейҙы сәхнәлә күрмәйәсәк.

Һәр өлкә һәм республикала ҡайҙан ит алырға, ҡайҙан алмаҫҡа, ниндәй сәскә бүләк итергә, ҡайһыһын бүләк итмәҫкә һәм башҡа, һәм башҡа төрлө ҡарарҙар сығарыусы Роспотребнадзор тигән федераль ойошма бар. Йәнәһе, ошо ойошма Элвин Грейҙы изоляция талаптарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм судҡа бирә. Кисә был эшкә Татарстан президенты Рөстәм Миңнеханов баһа бирҙе. “Беҙ йырсыға ҡаршы түгел, – ти ул. – Низағты мәғлүмәт саралары таратҡан, тимәк, улар ғәйепле”.

Ә яңы ғына беҙҙекеләр Татарстанға барып, ниһайәт, Элвин Грейға кәләш әйттереп ҡайтҡайны. Йондоҙ кәләше менән Африкала татлы айын да үткәргәйне.

Ошо хәл-ваҡиғалар ҙур пландар менән йәшәүсе миллиардтың йыр-моңға ҡарата ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүен шик аҫтына ҡуйыуы бик ихтимал. Сөнки Татарстанда йырсылар ни тиклем күп булмаһын, Радик улар араһында иң сағыуы иҫәпләнә. Хатта быны яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ Салауат Фәтхетдинов та раҫлай. Әйткәндәй, Салауат хаҡында. Ул бик һәйбәт йырлай, ә “Янғантау” шифаханаһында ял итеп ҡайтһа, ищеү ҙә шәберәк йырлар ине. Хәҙер йәш дуҫына Татарстан сиктәрен япҡас, күршеләрҙә иң шәп йырсы булып Салауат Фәтхетдинов ҡала инде.

Бына шундай хәлдәр. Вулкан урғыла, төтөн тарала, яңы миллиард тарихы яҙыла, сиктәр ябыла, ә иҫәп-хисап сараһына әҙерлек дауам итә.

Р.S. Иҙрис Ғәзиевте ҡайҙа яраталар? Миллиард эсенә кергәндәр бөтәһе лә миллиардер буласаҡмы? Ни өсөн Ибн-Фаҙлан Х быуатта Иҙел-Урал төбәгендә миллиардтың бер вәкилен дә күрмәгән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек.
Читайте нас: