-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 02:09

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ ТАУАРҘАРЫН ЭКСПОРТЛАУ БУЙЫНСА ИЛДӘ АЛДЫНҒЫБЫҘ

2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан сит илдәргә 236 миллион долларлыҡ циклик углеводородтар, карбонаттар, монокарбон кислоталары һәм уларҙың сығаырлмаларын һатҡан һәм Рәсәйҙә был продукттарҙы экспортлау буйынса беренсе урынды алған. Ә турбодвигателдәр һәм газ турбиналарын сит илдәргә һатыу буйынса республика – икенсе урында ($769,6 млн).

Химия сәнәғәте продукттарын Башҡортостан Финляндияға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Белоруссияға, Кипрға, Нидерландҡа, ә турбодвигателдәрҙе һәм газ турбиналарын Ҡытайға, Һиндостанға, Канадаға һата.

Был тауарҙар сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт продукцияһы булып тора һәм 2020 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктең дөйөм экспортының 61,6 процентын тәшкил итә.

Былтыр Башҡортостан 122 илгә бөтәһе 3,1 миллиард долларлыҡ тауар һатҡан. Сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт өлөшөн арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты менән ҡарала.

Читайте нас: