+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 16:56

СИБАЙҘА ЙӨРӘК-ҠАН ТАМЫРҘАРЫ АУЫРЫУҘАРЫН ДАУАЛАУ ҮҘӘГЕ АСЫЛДЫ

Сибай ҡала дауаханаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды. Ул киҫкен коронар синдромлы ауырыуҙарға махсус медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Тейешле ҡорамалдар менән дә тәьмин ителгән. Ангиограф, мәҫәлән, «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк программаһы буйынса алынған.

Республика Кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, Үҙәктә интенсив терапия палаталары булған кардиология бүлексәһе һәм рентгенэндоваскуляр бүлексә эшләйәсәк. Беренсеһенә әле 35 койка ҡуйылған, өс кардиолог менән бер анестезиолог-реаниматолог эш башлаған.

Рентгенэндоваскуляр бүлексә рентген-хирургия операциялар бүлмәһенән тора. Яңы ангиографик комплекс ҡан тамырҙарына юғары технологиялы операциялар яһау мөмкинлеген бирә. Унда коронарография, шунтография, ангиопластика һәм коронар артерияларға стент ҡуйыу операциялары үткәреләсәк.

Сибай медицина округында (Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары) 162 173 кеше йәшәй. Үрҙә һаналған операцияларҙы эшләү йәһәтенән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге ошо төбәктә берҙән-бер учреждение һанала.

Читайте нас: