Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, уҡыусылар араһында һорашыу үткәреп, башҡорт тарихы буйынса иң яҡшы китаптарҙы асыҡланы. Башҡорт һәм рус телендәге китаптар ҡаралды. Улар нигеҙендә 100 китаптан торған исемлек төҙөлдө.
Акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) тарафынан 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү уңайынан үткәрелде. Сара башҡорт тарихына, шулай уҡ Рәсәй һәм донъя тарихында башҡорттарҙың роленә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙы.