+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 19:53

ИШЕМБАЙҘА АҒИҘЕЛ БУЙЫ ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

Ауыл-ҡалаларҙа нимә төҙөкләндерергә икәнен хәҙер халыҡ үҙе тауыш биреп хәл итә. Әйтәйек, 2019 йылда Ишембай ҡалаһында Ағиҙел буйын яҡшыртыуҙы һайлап алғандар. Быға аптырайһы түгел: ишембайҙар Ағиҙел буйында ял итергә ярата.Ишембай ҡалаһының баш архитекторы яр буйын төҙөкләндереү проектын эшләгән. Яр буйы стелла, ротонда, колонналар, ампир стилендәге фонарҙар менән йәмләнәсәк.

Ауыл-ҡалаларҙа нимә төҙөкләндерергә икәнен хәҙер халыҡ үҙе тауыш биреп хәл итә. Әйтәйек, 2019 йылда Ишембай ҡалаһында Ағиҙел буйын яҡшыртыуҙы һайлап алғандар. Быға аптырайһы түгел: ишембайҙар Ағиҙел буйында ял итергә ярата.

Ишембай ҡалаһының баш архитекторы яр буйын төҙөкләндереү проектын эшләгән. Яр буйы стелла, ротонда, колонналар, ампир стилендәге фонарҙар менән йәмләнәсәк.

Әлегә ер эштәре башҡарылған. Бетон фундаментҡа пергола ултыртылған, парк һәм пляж зоналары эшләнгән, ротонда (беседка) ҡорола. Пергола майҙаны ситтәренә кескәй архитектура формалы 11 объект – балалар өсөн ҡомлоҡ, балансир бәүелгесе, спорт тренажерҙары, урам воркауты ҡуйылған, шулай уҡ эскәмйәләр, өҫтәлдәр, сүп һауыттары урынлаштырылған.

Ҡалала тәүләп һәйбәт сервислы хәүефһеҙ пляж барлыҡҡа килде. Унда ҡотҡарыу вышкаһы, пляж сатырҙары, биотуалет кабиналары, кейенеү-сисенеү урыны ҡоролдо, аҡ ҡом ташылды, йылға төбө таҙартылып, сикләүгестәр ҡуйылды.

Артабан йылға буйлатып бетон түшәлгән юл һалынасаҡ, эттәрҙе күнектереү майҙансығы, балаларға таусыҡтар, экстремаль спорт төрҙәре майҙаны барлыҡҡа киләсәк.. Быйыл бөтә территорияла ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылып, газондар эшләнәсәк.

Читайте нас: